Хәүефһеҙлек
13 Ғинуар 2025, 14:30

Үлермен тип уйламаған инде...

 Тюбингта шыуыу фажиғәле тамамланған.

Үлермен тип уйламаған инде...Үлермен тип уйламаған инде...
Үлермен тип уйламаған инде...

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 11 декабрҙә Әлшәй районының Ҡаран – Ташкисеү автомобиль юлының 1-се километрында "Mitsubishi Lancer" рулендәге урындағы 19 йәшлек кеше автомобиленә шулай уҡ 19 йәшлек егет ултырған тюбингты тағып йөрөтә. Автомобиль хәрәкәт иткән саҡта пассажир ултырған тюбинг туҡтап торған “Лада Приора” автомобиленә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә йәш егет дауаханала һәләк була.

Рулгә ултырған егеттең таныҡлығы булмаған. Был ваҡиға осрағы буйынса РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (юл хәрәкәте һәм транспорт сараларын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтереү).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тюбингтарҙа, саналарҙа, башҡа сараларҙа шыуыу махсус йыһазландырылған урындарҙа, юлға сыҡмаған майҙансыҡтарҙа үтергә тейеш. Бигерәк тә транспорт сараларына тюбинг тағып шыуырға ярамай. Бындай “ҡышҡы күңел асыу” фажиғәле тамамланыуы һәм Әлшәй районындағы кеүек етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Тюбингта шыуып барған егет тә "үлермен" тип уйламаған инде...

Фото сығанағы: @V_Sevastyanov.

Үлермен тип уйламаған инде...
Үлермен тип уйламаған инде...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас