Үткән аҙнала Рәсәй халҡын Ҡазандағы фажиғә тетрәндергәйне: унда 20 йәшлек гимнаст машинаға таҡтырылған тюбингта китеп барғанда бағанаға барып бәрелә. Руль артында уның яҡын ғына әхирәте була, тик ул ваҡиға урынынан ҡаса... Зыян күреүсене дауаханаға алып барып өлгөрәләр, әммә ул шунда уҡ йән бирә. Ошо көндәрҙә Әлшәй районында ла фажиғә теркәлде: тюбингта шышыу арҡаһында 19 йәшлек егет һәләк булды. Уның кем икәнен “КП-Өфө” порталы асыҡлаған.
Стәрлетамаҡ колледжының икенсе курсында уҡып йөрөгән 19 йәшлек Реваль яңы йыл каникулдарына ата-әсәһенә ҡайтҡан булған. 11 ғинуар кис ул үҙенең бала саҡ дуҫы Дамир (исеме үҙгәртелде) менән осрашырға ҡарар итә. Йән дуҫтарҙың һәр береһе тәүҙә үҙенең машинаһында – Реваль Lada Priora-ла, ә Дамир Mitsubishi Lancer-ҙа йөрөй. Аҙаҡ иһә тюбинг алып, Дамирҙың иномаркаһына таҡтырырға булалар. Тәүҙә “ватрушка”ға Реваль ултыра, Дамир уны йөрөтә башлай. Тик бер ваҡыт Дамир руль менән идара итеү һәләтен юғалта, һәм Реваль ултырған тюбинг уңға-һулға тайпылып, юл ситенә ҡуйған үҙенең Lada Priora машинаһына барып бәрелә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта еңел автомобилдең фараһы һәм бамперы ярыла. Реваль үҙе ауыр йәрәхәттәр ала. Йәш егет дауаханаға оҙатыла, әммә табиптар ҡотҡара алмай....
Һуңғараҡ Дамирҙың водитель таныҡлығы булмауы билдәле була. Әлегә уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һорау алғандан һуң уны өйөнә ҡайтарғандар.
Ревалде 13 ғинуарҙа ерләгәндәр. Уны һуңғы юлға оҙатырға Дамир ҙа барған...
–Һуңғы юлға оҙаттыҡ... Ревалдең атаһы менән ҡустыһы үҙҙәрен ниисек тә булһа тоторға тырыша, тик бына әсәләре...уға ныҡ ауыр. Дамирҙың да хәле насар. Улар бала саҡтан иң яҡын дуҫтар булды, – тип һөйләгән “КП-Өфө”гә Ревалдең дуҫы.
Реваль ихлас, асыҡ күңелле, әүҙем кеше булды, ти дуҫтары. Өс йәштән хоккей менән шөғөлләнгән, талантлы уйынсы булған. Ул үҙен тәү сиратта спортсы тип йөрөткән. Йәш егеттең еңеүҙәре лә байтаҡ ҡына...
Реваль Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжына “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” һөнәре буйынса уҡып йөрөгән. Шулай уҡ ул унда кинолог һөнәрен үҙләштергән. Таныштары әйтеүенсә, киләсәктә егет үҙенең тормошон полиция хеҙмәте менән бәйләргә ниәтләгән. Тик бына хыялдары тормошҡа ашманы шул...
Ревалдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Сығанаҡ: КП-Өфө.