13 ғинуар илебеҙҙә Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы һайланмаған – 1703 йылда нәҡ ошо көндә Рәсәйҙә беренсе даими «Ведомости» гәзите сыға башлай, ул ваҡытта уның тиражы мең дана була. Редакторы Петр I үҙе була. Хәҙер был көн баҫма гәзиттәр өсөн генә түгел, ә электрон, интернет селтәрендә сыҡҡан баҫмалар, шулай уҡ радио-телевидение журналистары өсөн, йәғни бөтә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн байрам булып тора.
Йыл да һаҡланып килгән йола буйынса Рәсәй матбуғаты көнөндә республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен тантаналы тәбрикләү сараһы уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ойоштора.
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, уның урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ҡотланы һәм лайыҡлыларға дәүләт наградалары тапшырҙылар. Шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде.
Быйыл был сарала республиканың иң шәп һәм әүҙем йөҙәрләгән журналист төрлө наградалар менән бүләкләнде. Награда алыусылар араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышын, халыҡ-ара сараны яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, телен һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
“Аҡса тураһында – ябай ғына итеп” республика киң мәғлүмәт саралары конкурсында “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы Бүләкбаева-Биргәнова – I урынға, гәзиттең социаль бүлек мөдире Айһылыу Әхмәт ҡыҙы Низамова III урынға лайыҡ булды.
Шулай уҡ ”Башҡортостан” гәзите “Коррупцияға ҡаршы көрәш – һәр кемдең эше” республика киң мәғлүмәт саралары конкурсында, “Алға” төрөндәге айырым сәнәғәт-етештереү махсус иҡтисади зона эшмәкәрлеген яҡтыртыу” республика киң мәғлүмәт саралары конкурсында II урын яуланы.
Барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе еңеүҙәре, уңыштары менән ҡотлайбыҙ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.