Хәүефһеҙлек
14 Ғинуар 2025, 12:30

Балаларҙы иҫкәртегеҙ: былай эшләргә ярамай!

Әгәр ҙә күҙенә аҡ-ҡара күренмәй елдерһәләр...

Балаларҙы иҫкәртегеҙ: былай эшләргә ярамай!Балаларҙы иҫкәртегеҙ: былай эшләргә ярамай!
Балаларҙы иҫкәртегеҙ: былай эшләргә ярамай!

Уҡыусы балаларҙың ҡышҡы каникулы тамамланды, әммә кискеһен ҡыҙ һәм малайҙар һырғалаҡтан өйөп, рәхәт сигеүен дауам итә. Ысынлап та, эңер төшөүгә боҙ ҡаласыҡтары бала-саға тауышына күмелә.

Әлбиттә, йоҡлар алдынан сааф һауа һәр кемгә ныҡ файҙалы. Әммә шул уҡ ваҡытта автомобиль юлы янында сана йәки тюбинг менән эйеүселәр ҙә осрай. Бындай хәүефле урындарҙа уйын ойоштороу һис кенә лә ярамай.

Балалар травматологы Гүзәл Хисмәтованың һүҙҙәренә ҡарағанда, беренсенән, юлдарҙа тайғаҡ ваҡытта автомобиль тиҙ генә туҡтай алмай, алда кешенең барлығын күргән осраҡта ла. Икенсенән, айырыуса хәҙер күпселек йәштәр, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, машинала елдерә, улар инде йәмәғәтселеккә бигерәк тә ҙур хәүеф тыуҙыра.

– Ата-әсәләргә балаларына иғтибарлы булырға кәрәк, рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һырғалаҡтан эйегеҙ, тип туҡтауһыҙ ҡабатлаһа ине өлкәндәр, – тип кәңәштәрен еткерә табип Гүзәл ханым.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас