Хәүефһеҙлек
14 Января 2025, 14:00

Яҡындарына ниндәй оло ҡайғы...

Водитель һәләк булған, тағы өс кеше  тән йәрәхәттәре алған 

Яҡындарына ниндәй оло ҡайғы...Яҡындарына ниндәй оло ҡайғы...
Яҡындарына ниндәй оло ҡайғы...

Бөгөн, 14 ғинуар,  иртәндән насар хәбәр ишеттек: Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлында, Бөрө районының Үгеҙ ауылынан алыҫ түгел, “Лада Ларгус” менән “Рено Логан” бәрелешкән.

Мәғлүм булыуынса, “Лада Ларгус”  автомобиле водителе һәләк булған. Тағы өс кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр һәм дәүләт автоинспекторҙары эшләй.

Таң менән ошондай насар хәбәр ишетеү бер кемгә лә яҡшы түгел, ә инде ҡазаланған кешеләрҙең яҡындарына оло ҡайғы.

Хөрмәтле водителдәр, тик һеҙҙең яуаплылыҡ һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙ ошондай аңһыҙ үлемдәрҙән аралап алып ҡаласаҡ. Рулгә ултырғанда үҙегеҙҙең һәм пассажирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплы булыуығыҙҙы онотмаһағыҙ ине.  

Фото: скриншот.

Яҡындарына ниндәй оло ҡайғы...
Яҡындарына ниндәй оло ҡайғы...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас