Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта сит илдә ял иткән Рәсәй туристарының юл-транспорт ваҡиғаһына осрауы тураһында йыш ишетелә.
Шри-Ланкала Рәсәй туристары ултырған автобус аварияға эләккән. Был хәл Бельятта ҡалаһы менән Апарекка ауылы араһындағы юлда килеп сыҡҡан.
“ТАСС” мәғлүмәт порталы хәбәр итеүенсә, автобус водителе һәләк булған һәм 19-ға яҡын турист зыян күргән. Рәсәйҙән 12 турист Шри-Ланка дауаханаһына килтерелгән, уларҙың барыһы ла төрлө тән йәрәхәттәре алған. Икеһе ауыр хәлдә.
Ял итергә барып, ауыр хәлгә тарыу бик аяныслы.
Фото һәм сығанаҡ: “Балтач таңдары”.