Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2025, 07:30

Өфө үҙәгендә ҡот осҡос янғын

Сауҙа үҙәге тулыһынса тиерлек янып бөткән.

Өфө үҙәгендә ҡот осҡос янғынӨфө үҙәгендә ҡот осҡос янғын
Өфө үҙәгендә ҡот осҡос янғын

Бөгөн төндә, 18 ғинуарҙа, Өфөлә Октябрҙең 50 йыллығы урамында “Светофор” сауҙа үҙәге бинаһы янып китә. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Мәғлүмәттәр буйынса, ваҡиға урынында 40 янғын һүндереүсе эшләгән, 12 берәмек техника барған, туғыҙ ут һүндергес бирелгән. Уттың артабан таралыуына юл ҡуйылманы. Һөҙөмтәлә ҡыйыҡ емерелеп төшкән, зыян күреүселәр юҡ.

Янғын сәбәптәре әле асыҡлана, урында янғын лабораторияһы эксперты эшләй. Башҡортостан прокуратураһынан шулай уҡ ашығыс хеҙмәттәрҙең эшен координациялау өсөн янғында Өфө прокуроры урынбаҫары Рөстәм Ғәликәевтың булыуын хәбәр иттеләр. Ведомствола ҡануниәт талаптарын үтәүҙе тикшерәләр.

Фото: МЧС. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас