Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Ғинуар , 20:00

Төндә йәйәүлене тапатҡандар

Рулдә 21 йәшлек егет булған...

Төндә йәйәүлене тапатҡандар
Төндә йәйәүлене тапатҡандар

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 ғинуарҙа киске сәғәт 10 тирәһендә Миәкә районынының Әнәс ауылынан 21 йәшлек водитель “ВАЗ -2107” автомобилендә Үҙәк урамы яғынан Ҡырғыҙ – Миәкә – Стәрлебаш автомобиль юлы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә йәйәүлене бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә 50 йәшлек ир ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йәйәүленең өҫ кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмаған. Был осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: скриншот.

Төндә йәйәүлене тапатҡандар
Төндә йәйәүлене тапатҡандар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: