Ҡазан өҫтөндә бер нисә көслө шартлау яңғыраған. Мәғлүм булыуынса, ҡала өҫтөндә һауанан һаҡланыу системаһы эшләй. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡала өҫтөндә 3-4 көслө шартлау яңғыраған. Әлеге ваҡытта зыян күреүселәр һәм емереклектәр тураһында рәсми мәғлүмәт юҡ.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса плиотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) Горбунов исемендәге авиация заводына һөжүм итеп маташҡан. Һөҙөмтәләре билдәле түгел, камералар шартлауҙы яҙҙырған.
Ҡазан аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осоуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде, тип хәбәр итә Росавиация.
Шаһиттар әйтеүенсә, БПЛА Можайский урамындағы йорттоң ҡыйығына эләккән, һуңынан подъезд янында емерелеп төшкән. Йортта йәшәүселәрҙе эвакуациялағандар.
РФ Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән төндә һауанан һаҡланыу саралары 31 украин пилотһыҙ аппаратын тотоп ала һәм юҡ итә: Брянск өлкәһе өҫтөндә – 14, Калуга өлкәһе өҫтөндә – 6, Белгород һәм Курск өлкәләре өҫтөндә – 3, Рязань һәм Орлов өлкәләре өҫтөндә – 2, шулай уҡ Татарстан өҫтөндә – 1.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткәндә үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен аңлатты.
Әгәр кеше бина эсендә булһа, мөмкинлек тыуғанда, аҫҡы ҡаттарға – подвалға йәки машиналар торған паркингҡа төшөргә кәрәк. Лифттан файҙаланмағыҙ, уның йөрөүҙән туҡтауы ихтимал.
Әгәр кеше фатирҙа булһа, тәҙрәһеҙ, төп стеналар эргәһендә урын табырға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ундай урын – ванна бүлмәһе. Бында иҙәнгә ултырырға кәрәк. Бер ҡасан да тәҙрәгә яҡын килмәгеҙ, тип кәңәш итәләр.
Урамда ҡалғанда йәһәт кенә яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингҡа инеп йәшеренегеҙ. Транспортта булғанда, шунда уҡ сыға һалып, йәшенеү урыны табығыҙ.
Тағы ла бер мөһим иҫкәртеү. “Һөжүмдән һуң пилотһыҙ осоу аппаратының ҡалдыҡтарын тапһағыҙ, бер нимәгә лә теймәгеҙ һәм был урындан ситкә китегеҙ. Кисекмәҫтән табыш тураһында 112 телефон номерына шылтыратығыҙ. Операторға исем-фамилияғыҙҙы һәм осоу аппаратын тапҡан урынды әйтегеҙ”, – тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Фото: скриншот.