Әлеге ваҡытта һауа шарттарының боҙолоуы күҙәтелә – ҡар яуа, йылыта, ел көсәйә, юлдарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы бындай һауа шарттарында водителдәрҙе юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра. Шәхси транспортты ҡулланыуҙан тыйылып торорға, тораҡ пункттарҙан ситтә йөрөүҙе лә уңайлыраҡ осорға күсерергә кәңәш ителә. Әгәр сәфәргә сығыу кәрәк булһа, автомобилдең тулыһынса техник төҙөклөгөнә инанырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм шәхси хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғи үтәргә кәрәк. Бындай һауа торошонда балаларҙы автомашина салонында йөрөтөүҙә хәүефһеҙлек сараларын айырыуса иҫтә тоторға кәрәк. Бәләкәй йәштәге балалар махсус тотоу ҡоролмаларында, өлкәнерәк йәштәгеләре лә хәүефһеҙлек ҡайыштары менән бәйләнгән булырға тейеш.
– Сәфәргә сығыр алдынан юл хәрәкәтен ойоштороуҙағы үҙгәрештәргә ҡағылышлы ағымдағы мәғлүмәт менән танышырға кәрәк. Ваҡытлыса сикләүҙәр индереү тураһында һеҙҙе интернет селтәрендәге рәсми сығанаҡтарыбыҙ аша, шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайтында тиҙ арала хәбәр итәсәкбеҙ. Юл хәлен күҙәтеү Дәүләт автоинспекцияһының даими контролендә ҡала, бөтә экипаждар патруллек иткәндә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! – тип белдерҙе республиканың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов.
Фото: https://t.me/bash_gibdd/7052.