Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар 2025, 06:00

Туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...

Республика юлдарында – ҡот осҡос авария

Туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...Туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...
Туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...

Кисә Стәрлетамаҡ районында авария теркәлгән. Республиканың ГАИ етәксеһе үҙенең телеграм каналында хәбәр итеүенсә, яҡынса 17:00 сәғәттә Стәрлетамаҡ-Красноусол юлында "Лада Гранта" менән "Кио Рио" бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ватан автомобилендә ултырған туғыҙ йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк булған, ә уның 39 йәшлек әсәһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Иномаркалағы ике балаға шулай уҡ медицина ярҙамы кәрәк булған.

Әлегә юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре бара.

Хөрмәтле водителдәр! Юлда йөрөгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ: тиҙлекте арттырмағыҙ, үҙегеҙ ҙә, салондағы пассажирҙар ҙа хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағыуын күҙ уңында тотоғоҙ. Бигерәк тә һауа торошо насар булғанда, ҡар яуғанда, боҙлауыҡ ваҡытында уяулығығыҙҙы юғалтмағыҙ!

Фото: Владимир Севастьяновтың телеграм каналы.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас