Хәүефһеҙлек
21 Ғинуар 2025, 14:00

70 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

70 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән70 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән
70 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында ике фатирлы кирбес йорт янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғынды һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта 70 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһенең бер фаразы буйынса, янғын тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

-  түшәктә тартма;

- йоҡларға ятыр алдынан электр ҡорамалдарын һүндер;

- өйөңдә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуй:

–  ут һүндергес ал һәм уның менән файҙаланырға өйрән.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

70 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән
70 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән
70 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас