Хәүефһеҙлек
22 Января 2025, 15:30

Контролерҙы автобус тапатҡан

Фажиғә буйынса тикшереү башланған

Контролерҙы автобус тапатҡанКонтролерҙы автобус тапатҡан
Контролерҙы автобус тапатҡан

20 ғинуарҙа автобус водителе Өфө заводы Контроль үткәреү пункты контролерын тапаған.

Ваҡиға Йәшел сауҡалыҡ урамындағы компанияның үткәреү пунктында булған.

Икенсе ойошманың автобус водителе боролошта идараны юғалтып, бинаны бәрҙергән, уның тәгәрмәсе аҫтына постағы 53 йәшлек контролер тура килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир шунда уҡ һәләк булған. 

Төбәк Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы был фажиғә буйынса тикшереү башлаған. Ғәҙәттән тыш хәлгә килтергән бар сәбәптәр асыҡлана

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас