Шишмә районында янғын ваҡытында өс ир һәләк булған. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итә. Кәүҙәләр бөгөн Түбәнге Тирмә ауылындағы ағас йортто һүндергән саҡта табылған.
Утты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре һәм Шишмә янғын командаһы ирекмәндәре һүндергән.
Һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе, тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй. Шулай уҡ ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Горин һәм һынау-янғын лабораторияһы эксперты юлланған.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Фото: МЧС.