Хәүефһеҙлек
23 Ғинуар 2025, 05:15

Һеҙҙә ныҡ һыуыҡ булдымы?

Башҡортостанда бөгөн төндә һауа температураһы - 40-ҡа етте. Иң һыуыҡ урын ҡайҙа булған? Уҡығыҙ.

Һеҙҙә ныҡ һыуыҡ булдымы?Һеҙҙә ныҡ һыуыҡ булдымы?
Һеҙҙә ныҡ һыуыҡ булдымы?

Ниһайәт, ҡыш килде – сатлама һыуыҡтар башланды.

Ҡариҙел районының Сосновый ауылында -36 градусҡа тиклем һыуытҡан. Бөрйән районының Шүлгәнташ ауылында һәм Йылайыр ауылының Кананикольск ауылында -33 градус булған. Өфө ҡалаһы янындағы Кордон баҡса ширҡәтендә һауа температураһы хатта -38 градусҡа тиклем төшкән.

Ә һеҙҙә һыуыҡ булдымы?

Ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар.

Бесәй ишекте тырнаһа – буран, йомарланып ятһа һыуыҡ була.
Елһеҙ көндө урман шаулаһа, көн боҙола.
Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡҡа тарта.
Ҡыш көнө ҡояш ҡыҙарып ҡалҡһа, һалҡын булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе буласаҡ; ҡарлы һәм буранлы булһа, июлдә ямғыр йыш яуыр.
Боҙбармаҡтар йыш һәм оҙон булһа, көҙгөһөн уңыш мул булыр.
Ҡыш йондоҙҙар баҙыҡ янһа – һалҡынға, тоноҡ янһа йылыға тарта.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас