Хәүефһеҙлек
24 Ғинуар 2025, 04:00

Эскән килеш рулгә ултырған

Кисә Әбйәлил районында күңелһеҙ ваҡиға теркәлгән.

Эскән килеш рулгә ултырғанЭскән килеш рулгә ултырған
Эскән килеш рулгә ултырған

Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: 3 8 йәшлек ҡатын автомобиле менән өй алды баҡсаһына барып төкөгән.

Аварияға сәбәпсе ҡатын ваҡиға урынынан китергә маташа, әммә  йорт хужаһы полицияға шылтыратырға өлгөргән. Хоҡуҡ боҙоусы идара итеү һәләтен юғалтҡас, үҙенең «Черри Тигго» автомобиле менән ҡоймаға инеп киткән. Әйткәндәй, автомобилде  бер нисә көн элек һатып алған.

Ваҡиға урынына килгән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡатындың иҫерек булыуын аңлай, ләкин ул  медицина тикшереүенән баш тартҡан. Уға юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары протокол төҙөгән, машина штраф туҡталҡаһына ҡуйылған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан алыҫ түгел булған, унда юлда балалар йөрөй. Уның шундай хәлдә йәйәүлегә лә бәрелеүен күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс. Алкоголь кешеләрҙе яуаплылыҡтан һәм аңлылыҡтан мәхрүм итә!

Водителдәрҙе йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: спиртлы эсемлектәр эсһәгеҙ, автомобиль руле артына ултырмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: “Абзелил”

Эскән килеш рулгә ултырған
Эскән килеш рулгә ултырған
Эскән килеш рулгә ултырған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас