Хәүефһеҙлек
24 Ғинуар 2025, 12:00

Хоҙай күрһәтмәһен бындай ҡазаларҙы...

Кушнаренко районында фажиғәле хәл булған

Хоҙай күрһәтмәһен бындай ҡазаларҙы...Хоҙай күрһәтмәһен бындай ҡазаларҙы...
Хоҙай күрһәтмәһен бындай ҡазаларҙы...

22 ғинуарҙа төндә Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында 2,5х4 метр ҙурлыҡтағы металл вагон янып китә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереү бригадаһы утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыу сараһы барышында 64 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөмө ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлау өҫтөндә эшләгән.

Янғындың сәбәптәренең береһе мейесте файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу булыуы ихтимал.

Хоҙай күрһәтмәһен бындай ҡазаларҙы. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, янғыҙ хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Хоҙай күрһәтмәһен бындай ҡазаларҙы...
Хоҙай күрһәтмәһен бындай ҡазаларҙы...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас