Хәүефһеҙлек
25 Ғинуар 2025, 13:00

Белорет юлында ҡурҡыныс авария

Ике кеше урында һәләк булған, тағы өсәүһе... 

Белорет юлында ҡурҡыныс аварияБелорет юлында ҡурҡыныс авария
Белорет юлында ҡурҡыныс авария

Бөгөн көндөҙгө берҙәр тирәһендә Өфө – Инйәр – Белорет юлының 172-се километрында ҡурҡыныс авария теркәлә. Юлда баш ҡала яғына китеп барған “Лада Приора” менән ҡаршыһына килгән “Фольксваген Поло” автомобилдәре бәрелешә. Был турала Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.

Аварияның һөҙөмтәһе аяныслы: “Лада”ла ултырған водитель менән пассажир шунда уҡ һәләк булған. Уларҙың артында ултырған өс пассажир - төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала.

Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре асыҡлана, урында белгестәр һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Ҡышҡы юл хәүефтәргә бай. Тиҙлекте арттырмаҫҡа, ныҡлы ышаныс булмайынса уҙып китмәҫкә, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөргә кәңәш итәбеҙ.

Фото: ДАИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас