Кисә көндөҙ Белорет районында ҡурҡыныс авария булды тип яҙғайныҡ. Өфө – Инйәр – Белорет юлының 172-се километрында “Лада Приора” менән “Фольксваген Поло” машиналары бәрелеште. Авария урынында ике кеше – ватан автомобиленең водителе һәм уның пассажиры һәләк булды. Икенсе машинанан өс кеше йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды. Һуңғараҡ билдәле булыуынса, дауаханаға китеп барышлай тағы бер кеше йән биргән, ул “Поло”ның пассажиры.
Әле “Уфа1” баҫмаһы асыҡлауынса “Приора”ла йәштәр – 24 йәшлек Руслан менән 24 йәшлек Наилә ултырған. Руслан социаль селтәрҙә 2021 йылда армияла хеҙмәт иткән фотоларын баҫтырған. Аҙаҡ нимә менән шөғөлләнгәне әле билдәләнмәгән. Шунда уҡ статусына “Әгәр үлемдән ҡасып булмай икән, унан ҡурҡыуҙан ни мәғәнә?” тип яҙылған булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар осрашып йөрөгән һәм был көндө Ҡазанға китеп барған.
“Фольксваген Роло”ның пассажиры Светлананы табиптар ҡотҡарырға тырышып ҡарай, ләкин дауаханаға китеп барышлай ул һәләк була. Рулдә уның ире 35 йәшлек Павел ултырған. Уны дауаханаға алып барғандар һәм, ҡарағас, ҡайтарып ебәргәндәр.
Ошо уҡ машинаның ике пассажиры – 27 йәшлек Аяз менән Нурһылыуҙы дауаханаға алып барғандар, улар икеһе лә аңһыҙ хәлдә булған.
Фото: "Уфа1".