Ялдарҙа Белорет юлында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек инде. Өфө – Инйәр – Белорет юлында “Лада Приора” менән “Фольксваген Поло” машиналары бәрелеште. Һөҙөмтә бик аяныслы – ватан автомобилендә Әбйәлил районынан йәш пар һәләк булһа, икенсе машинанан 36 йәшлек ҡатын. Табиптар килгән саҡта ул иҫән була, ләкин дауаханаға китеп барышлай йән бирә.
Бөгөн өсөнсө ҡорбандың кемлеге асыҡланды. Ул – коллегабыҙ, федераль баҫманың Башҡортостан буйынса филиалында эшләгән журналист Светлана Сибикина булып сыҡҡан.
Светлана ире Павел менән ял итергә китеп барған. Авария ваҡытында ул алғы пассажир урынында ултырған. Ауыр йәрәхәттәр уға иҫән ҡалыу өсөн мөмкинлек бирмәй шул...
Ҡатын “Интерфакс-Поволжье” баҫмаһында эшләгән. Ул сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан. Светлананың алты йәшлек ҡыҙы етем ҡалған. Уны тыуған яғында ерләйәсәктәр.
Фото: Телеграм.