Уның юғалғанына ай ярым булып китте...
Иғтибарлап ҡарағыҙ әле, бәлки, күреүселәр булғандыр?..
Өфө ҡалаһынан 51 йәшлек Шамил Тәбрис улы Сәғитов хәбәрһеҙ юғалған, тип хәбәр итә “ЛизаАлерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды иремәндәре.Уның ҡайҙалығы 14 декабрҙән билдәле түгел.
Сығып киткән көнөндә ир ҡара-зәңгәр куртка, ҡара джинсы салбар кейгән, ҡара ботинка, ҡара шапка кейгән.
Билдәләре: буйы – 164 см, уртаса кәүҙәле, сәсе асыҡ һоро, күҙҙәре лә һоро төҫтә. Мәғлүмәт биреү өсөн телефон: 88007005452 йәки 112.
Фото: “ЛизаАлерт”.