Бөгөн таң менән Америкала, Вашингтон ҡалаһындағы Рональд Рейган исемендәге аэропорт янында ҙур фажиғә булды. Һауала хәрби вертолет менән пассажирҙар самолеты бәрелешә. Самолет Уичито ҡалаһынан (Канзас штаты) килгән булған, уның эсендә фигуралы шыуыу буйынса спортсылар, тренерҙар ултырған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, спортсылар ярыштан ҡайтып килгән. Дөйөм алғанда самолетта 64 кеше, шул иҫәптән дүрт экипаж ағзаһы ултырған.
Хәрби вертолетта өс кеше ултырған, ул күнекмә осошо яһаған.
Бәрелештән һуң самолет ике өлөшкә бүленгән һәм яҡындағы Потомак йылғаһына ҡолаған. Тәрәнлеге – ике метр самаһы.
Фажиғәнән һуң ҡотҡарыусылар шунда уҡ кешеләрҙе эҙләй башлаған. Әлеге һуңғы мәғлүмәттәр буйынса дүрт кеше тере килеш табылған, улар дауаханала. Тағы 19 кешенең кәүҙәһе сығарылған. Башҡаларҙы эҙләү дауам итә.
Телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, самолетта Рәсәй спортсылары ла булған. Улар араһында Евгений Шишков менән Вадим Наумов. Улар 1998 йылда АҠШ-ҡа күскән һәм тренер булып эшләгән. Шулай уҡ уларҙың улы Максим Наумов та ҡолаған бортта булыуы ихтимал тиҙәр. Бынан тыш элек Рәсәй өсөн сығыш яһаған Миша Митрофанов менән Алиса Ефимова шулай уҡ Канзастағы ярыштарҙа сығыш яһаған һәм шул самолетта ҡайтып килеүҙәре ихтимал. Әле уларҙың ҡайҙалығы тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡ. Элекке совет фигурисы Инна Волянская шулай уҡ самолетта булған һәм һәләк булған тип яҙалар. Ул тренер булып эшләгән. Бөтәһе самолетта 14 спортсы ултырған тиҙәр.
Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса федерацияһынан әйтеүҙәренсә, унда АҠШ граждандары булған һәм Рәсәй спортсылары юҡ. Әммә элек беҙҙең ил өсөн сығыш яһаған, рус телендә һөйләшкән спортсылар булған.
Фото: tvcenter.ru