30 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһаны. Көн тәртибендә - министрлыҡ аппараты подразделениеларының, Рәсәй Эске эштәр министрлығының ҡалалар һәм райондар буйынса идаралыҡтары, бүлектәренең 2024 йылдағы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтарын барлау.
Коллегия эшендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы бюроһы начальнигы Михаил Литвинов ҡатнашты. Үҙ сығышында республика етәксеһе дәүләт власы органдары һәм Эске эштәр министрлығы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне, шулай уҡ дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Былтырғы менән сағыштырғанда йәмәғәт урындарында енәйәтселек 14 процентҡа кәмегән, - тип билдәләне үҙ сығышында Радий Хәбиров. - Был ҡала һәм райондарҙа кешеләрҙең дөйөм именлеге һәм уңайлы йәшәүе, патруль-пост хеҙмәттәренең, участкаларҙың һөҙөмтәле эшләүе күрһәткестәренең береһе. Дөйөм алғанда, һуңғы биш йылда республикала енәйәтселек кимәле даими кәмей бара.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең хеҙмәткә хас булмаған күп мәсьәләләрҙе хәл итә - ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам күрһәтә, янғындарҙа, юл-транспорт ваҡиғаларында кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара. Күрһәтелгән ҡыйыулыҡ, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итергә әҙерлек өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм, - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса эш һөҙөмтәлелеген күтәрҙе. Былтыр 22 меңгә яҡын енәйәт асыҡланған. Иҫкәртеү саралары арҡаһында кеше үлтереүҙәр һаны өстән бер өлөшкә, талауҙар, урлашыуҙар, көсләүҙәр һаны һиҙелерлек кәмегән. Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланып ҡылынған енәйәттәрҙең артыуы билдәләнгән. Мутлашыуҙар һаны 11 меңдән ашҡан. Эске эштәр органдары терроризм һәм экстремизм осраҡтарын иҫкәртеү буйынса ҙур эш алып бара.
Көс структураларының күп кенә хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән Эске эштәр министрлығы ветерандары махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша, алғы һыҙыҡта һуғыша.
- Ошо көндәрҙә «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһы сиктәрендә «Башҡортостан геройҙары» республика проектын башлайбыҙ. Беҙҙең геройҙар сафында мотлаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре лә булыр тип ышанам. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм көсөргәнешле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем! – тине төбәк етәксеһе.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса бюроһы начальнигы Михаил Литвинов министрлыҡтың эшен, төбәк власть органдары һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы менән үҙ-ара килешеп эш итеүен ыңғай баһаланы. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Александр Прядко билдәләүенсә, төбәктә енәйәтселек кимәле Волга буйы федераль округы субъекттары һәм дөйөм алғанда Рәсәй буйынса түбәндәрҙең береһе булып ҡала.
Фото: glavarb.ru