Иглин районында 17 йәшлек Диана Хәсәнова ғәйеп булған. Был турала “Балаларҙы эҙләү. Иглин” эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре хәбәр итә. Уның ҡайҙалығы 19 көн билдәле түгел. Ҡыҙыҡай 11 ғинуарҙа уҡ өйөнән сығып киткән.
Диананың билдәләре: буйы 163-166 сантиметр, яурынынан түбәнерәк ҡара сәс, йәшел күҙҙәр, ҡаҡса кәүҙәле. Ул көләпәрәле, оҙон ҡара пальто, ҡара угги аяҡ кейеме һәм ҡара спорт костюмы кейгән булған. Үҙе менән бәләкәй генә аҡ сумкаһы бар.
“Ҡыҙҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (927) 969-89-19, 8 (917) 383-56-87 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар”, - тип мөрәжәғәт итте халыҡҡа ирекмәндәр.
Фото: "Башинформ".