Стәрлетамаҡта 22 йәшлек егетте урамда сәнсеп үлтергәндәр. ”Башинформ”ға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, фажиғә бөгөн Артем урамындағы йорттарҙың береһендә булған.
Алдан фаразлауҙар буйынса, егет йөрөгән ҡыҙына кәмһеткән, түбәнһеткән йәштәр янына аңлашыу өсөн килә һәм үҙе лә уларҙың һөжүменә эләгә. Ҡайһылыр бер мәлдә ундағы береһе бысағын сығарып уны сәнсә. Зыян күреүсе шул урында уҡ һәләк була. Енәйәтсене ҡулға алыуҙары билдәле. Инцидентта ҡатнашҡандарҙың ҡалған икәүһе лә тотҡарланған, яуаплылыҡтан ҡаса алмаҫ.
“Был хәлдең алдан һүҙ ҡуйышып төркөм менән үлтереү тип ҡаралыуы ихтимал. Бындай ҡылыҡ өсөн яуаплылыҡ бик ҡаты. Эш Рәсәй Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастрыкин контроленә ҡуйыласаҡ”, тип яҙған “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге битләүендә хоҡуҡ һаҡсыһы Дмитрий Черкасов.
Социаль селтәрҙәрҙә шулай уҡ бынан алда үлтереүҙә шик аҫтына алыныусы егеттең шымыраҡ булыуҙарын һораған оло йәштәге инвалидты туҡмауы тураһында ла мәғлүмәт сыҡты.
Фото: социаль селтәрҙән.