Полиция Өфөлә көслө петарда шартлатҡан үҫмерҙәрҙе тапҡан
Бөгөн Өфөлә Кузнецов затонындағы соҡорораҡ урында балалар нимәлер шартлатҡан. Был яҡта йәшәүселәр әйтеүенсә, шартлау шул тиклем көслө була, берәүҙәр уны көслө петарда тиһә, икенселәр ҡулдан яһалған граната булды, тип фараз итәләр.
Интернетты мониторинглағанда ваҡиға тураһында видеояҙмалар аша хәбәрҙар булып, урынға тәфтиш-оператив төркөм килә.
Полиция инцидентта ҡатнашҡандарҙың барыһын да тапҡан. Улар 7 - 13 йәшлек дүрт бәлиғ булмаған бала булып сыға.
Уҡыусылар ата-әсәләре менән бергә полиция бүлегенә аңлатма биреү өсөн саҡырыла. Улар петарданы Амантай урамында табыуҙары һәм уны тикшереп ҡарарға теләүҙәре тураһында һөйләй. Факт буйынса тикшереү башланған.
“Балаларҙың үҙҙәренә генә пиротехника ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ. Ерҙә, башҡа урында табылған пиротехниканы ҡулланырға ярамағанлығы тураһында балаларығыҙға иҫкәртегеҙ”, тип иҫкәртә ата-әсәләрҙе хоҡуҡ һаҡсылары.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Яңы йыл төнөндә петарда шартлауынан 11 йәшлек ҡыҙ ныҡ йәрәхәтләнгән. Республика балалар клиник дауаханаһында уны нейрохирург, оториноларинголог, яңаҡ-бит хирургы һәм педиатр ҡарай. Тикшергәндән һуң ҡыҙҙы Күҙ ауырыуҙары институтына дауаланырға йүнәлтәләр, тип хәбәр итә”Башинформ”.
Фото: