Хәүефһеҙлек
4 Февраль 2025, 13:50

6 миллион һумдан ашыу аҡсаны аферистарға күсергәндәр

Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 20 хәбәр килгән.

6 миллион һумдан ашыу аҡсаны аферистарға күсергәндәр6 миллион һумдан ашыу аҡсаны аферистарға күсергәндәр
6 миллион һумдан ашыу аҡсаны аферистарға күсергәндәр

Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 20 хәбәр килгән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бүздәк районы буйынса бүлегенә 65 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын мессенджерҙарҙың береһендә уға энергосбыт компанияһы хеҙмәткәренән шылтыратыу килгәнен һөйләгән. Ялған хеҙмәткәр мастерҙың килеүенә ваҡыт билдәләү кәрәклеген әйтә һәм смартфонға килгән смс-кодты хәбәр итеүен һорай. Ғариза биреүсе әңгәмәсенең күрһәтмәләренә буйһона, әммә һуңыраҡ енәйәтселәрҙең уның шәхси мәғлүмәттәренә эйә булыуы асыҡлана. Шылтыратыусы банк хеҙмәткәре билдәһеҙ кешеләрҙең кредит алыу өсөн ғариза ебәргәнен һәм уға ҡаршы ғариза бирергә кәңәш итә. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса зыян күреүсе билдәһеҙ иҫәптәргә 2,5 миллион һум самаһы аҡса күсерә.

Өфөлә йәшәгән 74 йәшлек ҡатын ошондай уҡ мутлашыу осрағына юлыҡҡан. Пенсионер ҡатын уға билдәһеҙ кешенең шылтыратыуы тураһында һөйләй, ул үҙен электр счетчиктарын алмаштырыу менән шөғөлләнгән хеҙмәткәр тип таныштыра. Яңы ҡорамалдар ҡуйыуҙы һылтаулаған аферистарға ҡатын 1,5 миллион һум самаһы аҡсаһын бирә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: уяу булығыҙ. Әгәр законһыҙ операция яһау тураһында шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ СМС-хәбәрҙәрҙән кодты хәбәр итмәгеҙ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас