Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Февраль , 15:00

Ишек төбөнә килеп етә алмаған...

Янғын һүндереүселәр бер ирҙең кәүҙәһен тапҡан.

Ишек төбөнә килеп етә алмаған...
Ишек төбөнә килеп етә алмаған...

Бөгөн иртәнсәк Бөрөлә Антипин урамындағы бүрәнә йорт янып киткән. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, тиҙ арала килеп, һүндереүгә тотонған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ишек төбөндә иҙәндә 62 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.

Янғын һүндерелгән, хәҙер уның сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе тикшерә. Тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

*йорттағы электр сымдарының торошон күҙәтегеҙ, ремонт талап ителһә – белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ;

*йоҡо бүлмәһендә түшәктә тәмәке тартмағыҙ, уянмау хәүефе бар;

*янғынға ҡаршы ҡулайлама ҡуйығыҙ, ул хәүеф тураһында ваҡытында иҫкәртәсәк.

Мәғлүмәт: МЧС.

Ишек төбөнә килеп етә алмаған...
Ишек төбөнә килеп етә алмаған...
Ишек төбөнә килеп етә алмаған...
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: