Бөгөн Сибайҙағы төнгө янғында өлкән йәштәге ир менән ҡатын һәләк булған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә ағас йорт янып киткән. Ут менән көрәшеүселәр урынға килеп еткәндә ҡаралтыны 60 квадрат метр майҙанда ут ялмап ала.
Тиҙҙән янғын һүндерелә. Урында 76 йәшлек ирҙең һәм 74 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табылған.
“Янғындың сәбәбе асыҡлана. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының оператив төркөмө, шул иҫәптән һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм тәүтикшереүселәр ебәрелгән. Шулай уҡ урында тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй”, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: МЧС.