Хәүефһеҙлек
5 Февраль 2025, 12:45

Ышанмаҫ ереңдән ышанырһың...

Аферистар үҙҙәрен ниндәй генә белгес тип таныштырмай...

Ышанмаҫ ереңдән ышанырһың...Ышанмаҫ ереңдән ышанырһың...
Ышанмаҫ ереңдән ышанырһың...

Башҡортостандан йәнә ике кеше саҡ мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгән. Учалы ҡалаһында йәшәүсе бер кеше мессенджерҙа шылтыратыу ҡабул итә. Таныш булмаған кеше үҙен мобиль бәйләнеш операторы итеп таныштыра. Ул сим-картаны эшләтеү ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итә, уның паспортының серия һәм номерын әйтә, ләкин һуңғы ике һанын ғына әйтмәй ҡалдыра.

Әйтелеп етмәгән һандарҙы шылтыратыуҙы ҡабул итеүсе үҙе әйтеп ҡуя. Шул ваҡыт мутлашыусы барыһының да уңышлы башҡарылыуын аңлата һәм һөйләшеүҙе туҡтата. Һуңынан был кешегә "Дәүләт хеҙмәттәре" тигән логотип менән  йәнә бер шылтыратыу була. Таныш булмаған ҡатын үҙен "Дәүләт хеҙмәттәре" белгесе тип таныта һәм уйлап сығарып ғариза биреүсенең кабинетын ватыуҙарын хәбәр итә. Аҡса юғалыу ихтималлығы тураһында ла иҫкәртә. Мутлашыусы банктың алдаҡ белгесе менән тоташтырырға кәңәш итә. Бының өсөн банктың ҡушымтаһына инергә, телефондың экранында демонстрациялау тигән өлөшкә баҫырға ҡуша.

Ир кеше тәүҙә шылтыратыусыға ышана. Уның ҡушҡандарын үтәй, ләкин һуңғараҡ шикләнә һәм һөйләшеүҙе туҡтата. Аҙаҡ онлайн-банкты үҙе тикшереп ҡарай. Шул саҡта тупланма иҫәбенән ғәҙәттәге иҫәбенә миллион һум аҡса күсерелеүен күрә. Бәхеткә ҡаршы аҡса мутлашыусылар иҫәбенә китеп өлгөрмәй.

Икенсе осраҡта банк хеҙмәткәре Өфө ҡатынын мутлашыусылар ҡулынан ҡотҡарып ҡала. Был кешегә шылтыратыусы үҙен Пенсия фондынан тип таныштыра. Пенсия стажын ҡабаттан иҫәпләү өсөн мәғлүмәттәрҙе раҫларға кәрәклеген белдерә.

Шылтыратыуҙы ҡабул итеүсе аферисҡа смс менән килгән дәүләт хеҙмәттәренә инеүгә тәғәйенләнгән кодты әйтә. Артабан кредитҡа ғаризалар тураһында хәбәрҙәр килә башлай. Шул ваҡытта ул банк менән бәйләнешкә инеп, булған хәлде һөйләп бирә, ғаризалар кире ҡағылырға тейеш була. Ләкин шул ваҡыт был кешегә йәнә бер ир шылтырата һәм мутлашыусыларҙы тотоу менән шөғөлләнеүен һәм бының өсөн ярҙам кәрәклеген әйтә.

Һуңынан ҡатын-ҡыҙ шылтыратып йәнә башын бутай, быға тиклем шылтыратыусының мутлашыусы булыуын һәм уға кредит төҙөргә ниәтләүҙәрен әйтә. Бының өсөн үҙенә кредит алырға ҡуша. Шылтыратыу ҡабул итеүсе кеше миллион һум тирәһенә кредит килешеүе төҙөй. Ә финанс учреждениеға килгәс, хеҙмәткәрҙәр шикләнә һәм иҫәптәрҙе блокировкалай, ошо рәүешле мутлашыусыларҙан ҡатындың аҡсаһын һаҡлап алып ҡалалар.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йәнәһе лә хәүефһеҙ булған иҫәпкә аҡса күсермәҫкә, таныш булмағандарға персональ мәғлүмәттәрҙе, СМС менән килгән кодты әйтмәҫкә саҡыра. Иң яҡшыһы – телефонды һалырға һәм таныш булмағандар менән һөйләшмәҫкә.

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас