Белорет районының Инйәр ауыл биләмәһендә ҡырағай хайуандарҙың (бүреләрҙең) ауылдарға килеүе, йорт малына, эттәргә һөжүм итеү осраҡтары йышайған. Яңыраҡ йыртҡыстар бер ихатаға инеп, кәзәләрҙе тамаҡлап сыҡҡан. Әйткәндәй, Уҫманғәле ауылы халҡы ла бүреләрҙең ауылға йыш килеүе, урамда эттәрҙе аулауына зарлана.
Әлеге ваҡытта бүреләрҙе аулау мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәгән. Шуға ла халыҡҡа көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда һаҡланыу сараһын күрергә кәңәш итәләр.
Бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү һәм тораҡ пункттар биләмәһендә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәңәш ителә:
– йорт хайуандарын кәртәлә һәм башҡа ябыҡ биналарҙа (бәйҙә түгел) тоторға;
– эттәрҙең ирекле йөрөтмәҫкә;
– шәхси биләмәләрҙе кәртәләү;
– мөмкин булғанса үҙе менән яҡтылыҡ - тауыш һәм башҡа ҡурҡытыу саралары (хайуандарҙы урманға ҡыуыу маҡсатында) йөрөтөргә;
– ауылда яңғыҙ түгел, ә төркөм менән йөрөргә, бигерәк тә ҡараңғы ваҡытта;
– төндә, ҡараңғы ваҡытта үҙегеҙ менән яҡтылыҡ приборҙары йөрөтөргә;
– ауыл биләмәһендә яҡтыртылған участкалар буйлап йөрөргә;
– ҡырағай хайуандарҙы ашатмаҫҡа;
– рөхсәтһеҙ урындарҙа көнкүреш һәм аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын ташламаҫҡа.
Ауыл биләмәһендә йәшәгән кешеләрҙән ҡырағай хайуандың ауыл биләмәһендә булыу осраҡтары тураһында шунда уҡ берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә телефон номеры - 83479232575 йәки 112 һандары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
Фото: скриншот.
Видеояҙма сығанағы: ватсап.