Хәүефһеҙлек
6 Февраль 2025, 09:00

Мейес хужаһын һәләк иткән

Эх, өлгөрмәгән... Уны тәҙрә янында тапҡандар.

Мейес хужаһын һәләк иткәнМейес хужаһын һәләк иткән
Мейес хужаһын һәләк иткән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Күгәрсен районының Воскресенск ауылында йорт янған. Ҡотҡарыусылар янғын һүндергән саҡта өй эсендә тәҙрә янында 65 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереһенең яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, янғын мейестең ныҡ ҡыҙыуы арҡаһында сыҡҡан. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

  • мейес яҡһағыҙ, уны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
  • мейес ҡыҙынмаһын өсөн эҫене кире ҡағыусы материал ҡуйығыҙ;
  • мейесте даими таҙартығыҙ, был уның һөҙөмтәлелеген һаҡлап ҡаласаҡ һәм хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтасаҡ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Мейес хужаһын һәләк иткән
Мейес хужаһын һәләк иткән
Мейес хужаһын һәләк иткән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас