6 февраль төндә Белорет ҡалаһының Блюхер урамында көслө авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 31 йәшлек урындағы кеше “Ford Mustang” рулендә 22 йәшлек ир идара иткән “Hyundai Creta” автомобиле менән бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Hyundai Creta” водителе һәм уның 16 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ "Ford Mustang" автомобилендәге 27 йәшлек пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән.
Водителдәрҙе тикшереү уларҙың икеһенең дә иҫерек булыуын күрһәткән. Мәғлүм булыуынса, 31 йәшлек "Ford Mustang" водителе былтыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 150 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. "Hyundai Creta"ның 22 йәшлек водителе 2022 йылда иҫерек кешегә транспорт сараһы менән идара итеүҙе тапшырған өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Hyundai Creta” автомобилендәге 16 йәшлек пассажир дауаханала һәләк булған.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән алынған фотоларҙа күренеүенсә, бәрелешеү шул тиклем көслө булған, ике автомобилдән дә тимер өйөмө генә ҡалған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса – автомобиль менән идара итеүсе кешенең иҫерек килеш кешенең үлеменә килтергән юл хәрәкәте йәки транспорт сараларын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта "Ford Mustang" водителе РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһы тәртибендә ҡулға алынған.
Хөрмәтле водителдәр, эскән килеш рулгә ултырған водитель - енәйәтсе, сөнки ул закон боҙа. Ошо хаҡта онотмағыҙ!
Фото: @bash_gibdd