Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Февраль , 21:00

Янған йортҡа янғын һүндереү машинаһы үтә алмаған

Ауылға ниңә юл булмауы буйынса тикшереү буласаҡ, тип белдерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. 

Янған йортҡа янғын һүндереү машинаһы үтә алмаған
Янған йортҡа янғын һүндереү машинаһы үтә алмаған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә Благовещен районының Ҡурғаштамаҡ ауылында бер ҡатлы йорт янған.

Янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр янғын тураһында хәбәр алғас та ваҡиға урынына сыға, әммә ауылға юл булмауы сәбәпле, алты километрҙы ҡаргиҙәрҙә үтергә тура килә. Утты мотопомпалар менән һүндерәләр, һыуҙы Уса йылғаһынан алалар.

Уттан башы һәм аяғы янған 72 йәшлек ирҙе ҡаргиҙәр арбаһына һалып алып сығалар һәм ашығыс ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай. Шулай уҡ ауылға ниңә юл булмауы буйынса ла тикшереү үткәрелә.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. 

Янған йортҡа янғын һүндереү машинаһы үтә алмаған
Янған йортҡа янғын һүндереү машинаһы үтә алмаған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: