Балтас районында 73 йәшлек ир үҙ йортонда һәләк булған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Иҫке Ямурҙа ауылында йәшәүселәр күршеһен йоҡо бүлмәһендә йәшәү билдәләре булмаған карауатта тапҡан. Йорт төтөн менән тулғанға күрә, янғын һүндереүселәрҙе саҡырғандар», - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән бергә янғынды тиҙ арала һүндергән, ҡыҙғанысҡа күрә был юлы ла янғында йорт хужаһы һәләк булған.
Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- түшәктә тартма;
- йоҡларға ятыр алдынан электр ҡорамалдарын һүндер;
- өйөңдә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуй:
– ут һүндергес ал һәм уның менән файҙаланырға өйрән.
Фото: "Башинформ"