“Хендай Солярис” автомобилендәге 23 йәшлек ҡыҙ пенсионер ҡатынды тапатҡан. 63 йшлек йәйәүле ваҡиға урынында уҡ вафат булған. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, авария кисә, 10 февраль, киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә Стәрлетамаҡ районының Стәрлетамаҡ – Раевка автомобиль юлында теркәлгән. Алдан фаразлауҙар буйынса, Раевка яғына барған водитель тәғәйенләнмәгән урындан юлды аша сыҡҡан ҡатынды бәрҙергән.
Алынған йәрәхәттәрҙән пенсионерка ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Уның яҡтыртыусы элементтары булмаған ҡара кейемдә булыуы билдәле.
Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре һәләкәт буйынса тикшереү башлаған, хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: ДАИ.