Кисә кис Өфө үҙәгендә үлемесле авария булды. Октябрь проспекты менән Галле ҡалаһы урамы киҫелешкән урында “Лада Гранта” машинаһы 16 йәшлек үҫмер ҡыҙҙы бәрҙерҙе.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, рулдә 23 йәшлек Межгорье ҡалаһы кешеһе ултырған һәм Октябрь проспекты буйлап хәрәкәт иткән. Көйләнгән йәйәүлеләр үткәүелендә ул юл аша үтеп барған ҡыҙҙы тапатҡан.
Баланы тиҙ генә дауаханаға оҙаталар, тик алған йәрәхәттәре бик ауыр була – ул йән бирә.
Авария осрағы буйынса тикшереү башланған, Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән.
Ҡышҡы юл үтә хәүефле. Күренеүенсә, хатта ҡала уртаһында ла үлемесле авариялар булып тора. Водителдәргә тиҙлекте арттырмаҫҡа, ә йәйәүлеләргә иғтибарлы булырға кәңәш итәбеҙ.
Фото: ГАИ.