Балаҡатай районының Ҡарлыхан ауылында 11 февралдә көндөҙ 10х8 метр ҙурлыҡтағы ағас өйҙә янғын сыҡҡан.
Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем урындағы халыҡ өйҙән оло йәштәге ирҙе эвакуациялай һәм табиптарға тапшыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер сәғәт тә уҙмай, табиптар 90 йәшлек ирҙең үлемен раҫлай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр утты һүндерә. Янғын сәбәбе асыҡлана, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе үткәрә.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәләнән һаҡлап ҡалырға теләһәгеҙ, янғын ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ: төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын, мейесте файҙаланмағыҙ, ут яғылған мейесте лә ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Шулай уҡ балаларҙы һәм өлкән йәштәге кешеләрҙе өйҙә янғыҙҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һаҡланғанды Хоҙай, үҙем һаҡлармын, тигән.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.