Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2025, 14:00

Сит төбәктә аварияла йәш ғаилә һәләк булды

11 йәшлек улдары ғына иҫән ҡалған...

Сит төбәктә аварияла йәш ғаилә һәләк булдыСит төбәктә аварияла йәш ғаилә һәләк булды
Сит төбәктә аварияла йәш ғаилә һәләк булды

Кисә М-5 “Урал” трассаһында ҡурҡыныс авария теркәлә. Ул юлдың Һамар өлкәһе Красноярск районында Кривое озеро ауылы янындағы өлөшөндә була. Шуныһы аяныслы, машинала Башҡортостан кешеләре китеп барған.

Асыҡланыуынса, “Киа Рио” автомобилендә Туймазы районы кешеләре ултырған. Юлда машина “КамАЗ” менән бәрелешә. Еңел автомобилдә ултырған 36 йәшлек ҡатын менән 38 йәшлек ир ваҡиға урынында һәләк була.

Был ваҡытта машинала улар менән 11 йәшлек улдары ла китеп барған. Малай иҫән ҡалған. Шулай уҡ машинаға идара иткән кеше лә тере. Хәбәр ителеүенсә, водитель юлда йоҡлап киткән һәм ҡаршы һыҙатҡа барып сығып ҙур йөк машинаһына бәрелгән.

Юлда йөрөү һәр ваҡыт хәүеф менән бәйле. Айырыуса федераль кимәлдәге ҙур трассаларҙа. Арыған килеш рулгә ултырмағыҙ, йоҡоғоҙ килә икән, туҡтап ял итер кәрәк. Ана бит бер яңылыш аҙым ниндәй ҙур фажиғәгә килтерә ала. Һаҡ булайыҡ! 

Фото: Телеграм-каналдар. 

Сит төбәктә аварияла йәш ғаилә һәләк булды
Сит төбәктә аварияла йәш ғаилә һәләк булды
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас