Был турала “БашРегионСпас” ирекмәндәре хәбәр итә. Билдәле булыуынса, Салауат Юлмөхәмәтов 12 февралдә Өфөлә юғалған. Малай туғандары менән бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай. Ул юғалған көндә хаки төҫөндәге оҙон куртка, ҡара джинсы, аҡ футболка, һоро кроссовка һәм ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге шапка кейгән булған.
Салауаттың билдәләре: буйы 160 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һарғылт сәсле, һоро күҙле.
Әгәр һеҙ юғалған үҫмер тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 йәки 8-937-3-102-112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
Фото: БашРегионСпас.