Хәүефһеҙлек
14 Февраль 2025, 12:00

Ике балалары етем ҡалды

Был матур ғаиләне бар ауыл халҡы яратҡан... 

Ике балалары етем ҡалдыИке балалары етем ҡалды
Ике балалары етем ҡалды

Һамар өлкәһендә Башҡортостандан ғаилә пары һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡурҡыныс авария 12 февралдә М-5 трассаһында таң менән була. Авария ваҡытында машинала дүрт кеше ултырған: ғаилә пары Гөлнур менән Марат, уларҙың 11 йәшлек улы һәм ғаилә башлығының дуҫы. Автомобилгә тап шул дуҫ кеше идара иткән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул юлда йоҡлап киткән һәм юл ситендә туҡтап торған “КамАЗ”ға бәрелгән.

Бәрелеш машинаның һул яғына тура килгән, тап шунда Гөлнур менән Марат ултырған да. Ә бына уң яҡта ултырған водитель менән балаға бер нимә лә булмаған, улар иҫән-һау.

38 йәшлек Гөлнур менән 36 йәшлек Марат Туймазы районының Ҡандра ауылында йәшәгән. Был көндө улар Һамар ҡалаһына китеп барған. Авария тураһында ишеткәс, бөтә ауыл халҡы шок кисергән. Улар һәләк булған ғаиләне тик яҡшы яҡтан телгә ала, тип яҙа “КП-Өфө” баҫмаһы. Гөлнур урындағы фитнес-үҙәктә эшләгән, ә ире бурильщик булған. Икеһе лә спорт менән шөғөлләнгән һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барған. Ғаилә диңгеҙ буйында ял итергә, сәйәхәт ҡылырға яратҡан.

Ғаиләлә тағы бер бала бар - 17 йәшлек Самира. Ул көндө ҡыҙ ата-әсәһе менән бергә юлға сыҡмаған һәм әле уларҙың һәләк булыуын бик ауыр кисерә.

Ауылдаштары әйтеүенсә, Гөлнур үҙе ишле ғаиләлә үҫкән, уның әсәһе иҫән һәм өс апаһы бар. Моғайын, етем ҡалған балаларҙы уларҙың береһе алыр.

Фото: "КП-Өфө". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас