Башҡортостандың Йылайыр районында янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән. Янғын Юлдыбай ауылындағы шәхси йортта сыҡҡан. Янғындан мөлкәт һәм ағас йорт ныҡ зыян күргән, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе йорттан 68 йәшлек ир:е алып сығалар. Үкенескә күрә, һуңғараҡ медиктар уның үлемен раҫлаған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре утты һүндергән.
Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй, янғын һәләк булыусының тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- түшәктә тартма;
- йоҡларға ятыр алдынан электр ҡорамалдарын һүндер;
- өйөңдә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуй:
– ут һүндергес ал һәм уның менән файҙаланырға өйрән.
Фото: "Башинформ"