Кисә кис Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 217-се километрында ҡурҡыныс авария теркәлде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 60 йәшлек ир идара иткән “Опель Астра” еңел автомобиле менән Yutong автобусы бәрелешкән. Был турала республика Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән.
Билдәле булыуынса, автобус Өфө-Күмертау маршруты буйынса хәрәкәт иткән, уның салонында 10 пассажир, шул иҫәптән бер бала ултырған. Уларҙың береһе лә зыян күрмәгән.
Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләгән. Ҡотҡарыусылар һәләк булғандарҙың кәүҙәһен машинан һөйрәп сығарған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото: МЧС.