“На земле Салавата” баҫмаһы ҡурҡыныс яңылыҡ уртаҡлашты. Баҫма журналистары хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Салауат районында йәшәгән ике ҡатын туңып үлгән.
Фажиғәгә ныҡ һалҡын көндәр килтергән. Тәүге осраҡ район үҙәге Малаяҙҙа, икенсеһе Йонос ауылында булған.
17-нән 18 февралгә ҡарай төндә Малаяҙ ауылында 63 йәшлек ҡатынды үҙ өйөндә тапҡандар. Ул шәхси йортта, мейесе янында ятҡан. Мейес яғылмаған булған. Уның эсеү-эсмәүе әлегә билдәле түгел.
Тағы ла бер кеше туңыу осрағы бөгөн төндә райондың Йонос ауылында теркәлгән. Ул - 54 йәшлек ҡатын. Ҡатындың ире менән йәшәүе билдәле, ире был ваҡытта төнгө дежурҙа эштә булған. Меҫкен ҡатындың туңған кәүҙәһен күршеләре урам уртаһында тапҡан. Ул өҫкө кейемдә, ләкин аяҡ кейемһеҙ булған.
Ауыл советында был ғаиләне имен тигәндәр. Ҡатындың ни сәбәпле үлеүе асыҡлана.
Дуҫтар, алдағы көндәрҙә тағы ла ҡатыраҡ һалҡындар килә, тип иҫкәртә синоптиктар. Үҙегеҙҙе һәм яңғыҙ туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ, уларға иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Фото һәм сығанаҡ: "На земле Салавата".
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.