16 февралдә күрше республикала, Татарстанда, ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Ҡазандағы “Дербышки” тимер юл станцияһы эргәһендә йөк поезы ике баланы бәрҙергән. Билдәле булыуынса, ике бер туған ағалы-һеңлегә 11 һәм 10 йәш булған. Улар урындағы 101-се мәктәптә белем алған. 16 февралдә ике бала тимер юлы аша үткәндә рөхсәт ителмәгән урындан сығырға ҡарар итә һәм ҙур фажиғәгә тарый.
Киске сәғәт 6-ларҙа балалар ҡайҙа барырға сыҡҡан һәм ни өсөн улар юлды ҡыҫҡартырға ҡарар иткән – билдәһеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, улар һәләк булған урында “халыҡ һуҡмағы” барлыҡҡа килгән: тап ошо урында кешеләр йыш ҡына юлды “ҡыҫҡарта” икән... Билдәле булыуынса, фажиғә көнөндә уларға өйөнә ҡайтып етергә бер нисә метр ғына ҡалған булған. Машинист ике бер туғанды һуң ғына абайлап ҡала, тик поезды туҡтатып өлгөрмәй... Әлегә осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Балаларҙың ғаиләһенә һәм яҡындарына түҙемлек теләйбеҙ...
Ошоға оҡшаш хәл ике көн элек беҙҙә лә теркәлде. Иглин районында йәшәүсе ир шулай уҡ йөк поезы аҫтында ҡалды. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, 18 февралдә иртән "Таутөмән" станцияһы эргәһендә оло йәштәге ир поезд килеп етмәҫ борон тимер юл аша сығып өлгөрөргә маташа, тик һуңлай... Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул эшенә ҡабаланған булған. Осраҡ буйынса шулай уҡ тикшереү эштәре бара. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Хөрмәтле дуҫтар! Тимер юлы аша үткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәһәгеҙ ине:
Нәсих Хәлисов фотоһы.