19 февралдә киске сәғәт 10-дарҙа Салауат районының Урмантау – Бишәүҙәр автомобиль юлының 20-се километрында булған авария фажиғәле тамамланған.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 22 йәшлек “Лада Приора” автомобилендә хәрәкәт иткәндә, водитель идараны юғалтып, юлдан ситкә ауғандар. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәләк булған, ә 21 йәшлек водителе дауаханаға оҙатылған.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
Фото: @bash_gibdd