+30 °С
Болотло
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районында көслө буран ҡотора.
Ошо айҡанлы Үрге Һарыбил - Ҡыуандыҡ автомобиль юлының 0 – 104-се километр арауығында, Әбүләйес - Иҫке Ейәнсура автомобиль юлының 0-дән 24-се километрға тиклем йөк транспорты һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелгән.
Әлегә юлдарҙағы сикләү 23 февралдең 08:00 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Дәүләт автоинспекторҙары бындай һауа торошонда юлға сыҡмай торорға кәңәш итә.
Автор фотоһы.