Башҡортостанда һәләк булған һыу аҫты һунарсыһы эшҡыуар һәм күп балалы атай булып сыҡты. Һуңғы булып уны тере килеш иптәше күрә – ул фажиғә төнөндә нимә булғанын һөйләгән.
Мәғлүм блуыуынса, 13 февралдән 14 февралгә ҡарай төндә 43 йәшлек Фаил Усманов Иштуған ауылы янында иптәше менән һыу аҫтында һунар иткән. Иптәше, Фәнзил, йөҙөп сыға һәм Фаилды таба алмай, шунан ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итә.
Ҡотҡарыусылар ирҙең батып үлгәнен раҫлай. Кәүҙәһен өс көндән Ағиҙел йылғаһында боҙ аҫтында – ағым буйлап 300 метр аҫтараҡ табалар. Эҙләү ваҡытында ике мең квадрат метрҙан ашыу төбөн һәм 15 километр яр буйын үҙ эсенә алған.
17 февралдә Фаилды ерләйҙәр, унда уның һыу аҫты һунары буйынса күп иптәштәре йыйылған. Фәнзил һөйләүенсә, улар “һунар ерҙәрен” бүлеп, дистанцияны һаҡлап йөҙгән. Боҙҙо күреп, Фәнзил кире борола, әммә Фаилдың фонарын ул күрмәй, яр буйында ла иптәшен тапмай ҡурҡа һәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата.
Фаилдың йөҙөп сыға алмауының сәбәптәре әлегә билдәһеҙ булып ҡала. Мөмкин булған версиялар араһында йөрәк ауырыуы йәки ҡалын боҙға тап булыу ҙа бар.
Башҡортостандың бөтә төбәктәренән һыу аҫты һунарсылары ваҡиға урынына килгән, яр буйында дежур итә һәм Фаилдың тол ҡатынына, балаларына финанс ярҙам күрһәтергә ҡарар иткән.
Фаилдың тол ҡатыны юғалтыуҙы ауыр кисерә. Уларҙың өс балаһы етем ҡалған: бәләкәстәренә ике йәш, уртансыһына – 11, өлкән ҡыҙына – 12. Беренсе никахынан Фаилдың бәлиғ булған ҡыҙы бар.
Фаил төҙөлөш бизнесы менән шөғөлләнгән, семәрле ағас баҫҡыстар етештергән, сәләмәт тормош алып барған һәм 10 йыл самаһы һыу аҫты һунарсылығы менән мауыҡҡан. Ул һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған, тыуған ауылы Ибрайҙы онотмаған, мәктәпкә ярҙам итә һәм ауылдаштары өсөн байрамдар ойошторған.
Бик ҡыҙғаныс, ошондай ир-егеттәрҙең аңһыҙ үлеме менән китеүе...
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/wall-153665096_243480