Хәүефһеҙлек
22 Февраль 2025, 17:55

Хәйбулла районындағы хәл буйынса һуңғы яңылыҡтар килде

Был хәл башҡаларға һабаҡ булһын ине...

Хәйбулла районындағы хәл буйынса һуңғы яңылыҡтар килдеХәйбулла районындағы хәл буйынса һуңғы яңылыҡтар килде
Хәйбулла районындағы хәл буйынса һуңғы яңылыҡтар килде

Хәйбулла районының Үрнәк ауылынан ике километр алыҫлыҡта дүрт автомобиль юлда ҡамауҙа тороп ҡалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Унда һигеҙ кеше, шул иҫәптән сабый ҙа бар ине. Улар менән тотороҡло бәйләнеш тә булмай.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан һөйөнөслө хәбәр килде – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Оло Әбеш ауыл советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында һигеҙ кеше дүрт автомобилдә Аҡъяр ауылына барып еткән. Ҡар әсирлегенән автомобилдәрҙе трактор ярҙамында сығаралар. Зыян күреүселәр юҡ. 

“Республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә юлдарҙа урыны менән түбәнге буран, көслө ел, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе күҙәтелә. Ауылдарҙан ситтә йөрөмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле 23 февралдә 18:00 сәғәткә тиклем Башҡортостандың көньяҡ өлөшөнә барыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 телефонына шылтыратығыҙ", – тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан.

Иҫкәртәбеҙ, Башҡортостанда һауа торошоноң насар булыуы фаразлана: ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк, республиканың көньяҡ яртыһында айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡарҙа күреү мөмкинлегенең насарайыуы, күреү мөмкинлегенең бары 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк буласағы, ҡар һырынтылары һалыуы күҙаллана.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандың буйынса идаралығынан.

Хәйбулла районындағы хәл буйынса һуңғы яңылыҡтар килде
Хәйбулла районындағы хәл буйынса һуңғы яңылыҡтар килде
Хәйбулла районындағы хәл буйынса һуңғы яңылыҡтар килде
Хәйбулла районындағы хәл буйынса һуңғы яңылыҡтар килде
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас