Хәүефһеҙлек
22 Февраль 2025, 16:00

Һигеҙ кеше ҡар ҡамауында ҡалған, араларында сабый ҙа бар

Улар ярҙамға мохтаж...  

Һигеҙ кеше ҡар ҡамауында ҡалған, араларында сабый ҙа барҺигеҙ кеше ҡар ҡамауында ҡалған, араларында сабый ҙа бар
Һигеҙ кеше ҡар ҡамауында ҡалған, араларында сабый ҙа бар

Хәйбулла районының Үрнәк ауылынан ике километр алыҫлыҡта дүрт автомобиль юлда ҡамауҙа тороп ҡалған. Уларҙа һигеҙ кеше, шул иҫәптән сабый ҙа бар. Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт бирелмәй.

Улар менән тотороҡло бәйләнеш юҡ. Ауыл биләмәһенән – Оло Әбеш ауылынан урынға трактор уларға ҡарай юлланған, Аҡъяр ауылынан ДРСУ-нан “К-700” тракторы ла сыҡҡан. Шулай уҡ урынға ҡаргиҙәр менән Сибай ҡалаһынан ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Бөтә кәрәкле саралар күрелә.

“Республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә юлдарҙа урыны менән түбәнге буран, көслө ел, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе күҙәтелә. Ауылдарҙан ситтә йөрөмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле 23 февралдә 18:00 сәғәткә тиклем Башҡортостандың көньяҡ өлөшөнә барыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 телефонына шылтыратығыҙ", – тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан.

Иҫкәртәбеҙ, Башҡортостанда һауа торошоноң насар булыуы фаразлана: ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк, республиканың көньяҡ яртыһында айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡарҙа күреү мөмкинлегенең насарайыуы, күреү мөмкинлегенең бары 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк буласағы, ҡар һырынтылары һалыуы күҙаллана.

Фото: скриншот.

Видеояҙма: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандың буйынса идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас